ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

Башҡорт яҙыусылары – кескәйҙәргә

Китапхананың балалар мөйөшөндә “Башҡорт яҙыусылары – кескәйҙәргә” тип аталған яңы китаптарға байҡау сәғәте үтте. Сарала шағирә З. Исламова, З. Кашапова, Г. Ситдикова, Р. Шәмсетдинова, З. Үтәғолова кеүек яҙыусыларҙың балалар өсөн яҙған китаптары менән таныштыҡ. Балалар шиғырҙар һәм хикәйәләрҙән өҙөктәр тыңланы. “Бәпембә балалары” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыныҡ. Земфира Сәхипова тәҡдим иткән йомаҡтарға яуаптар эҙләнек. Балаларға уҡыу һәм белем өлкәһендә уңыштар теләнек. Сара ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте.