“Милли аштар” байрамы
Ағинәйҙәр, мәҙәниәт йорто һәм китапхана менән берлектә “Милли аштар” байрамы үтте. Ағинәйҙәр етәксеһе Әнүзә Ғилфанова халҡыбыҙҙың элек-электән килгән милли аш-һыуҙары, төп кәсептәребеҙ – малсылыҡ, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, игенселек булыуы хаҡында һөйләне. Өлкән китапханасы төрлө милләт халҡының милли аштары хаҡында һөйләп, йомаҡтар һәм мәҡәлдәр әйтте. “Китаптарҙа тәмлекәстәр” китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды. Йырҙар, бейеү, уйындар байрамға йәм өҫтәне. Ағинәйҙәребеҙ, килендәр үҙҙәре бешереп алып килгән милли риҙыктар әҙерләү, бешереү серҙәре менән уртаҡлашты.
Байрам самауыр артында сәй эсеү менән тамамланды.