Шиғриәт сәғәте “Мәғрифәт йырсыһы”
Модель китапхана, 8 синыф уҡыусылары, башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Ғилмулла ҡыҙы менән берлектә, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йылына арнап “Мәғрифәт йырсыһы” тигән шиғриәт сәғәте уткәрҙек.
Мифтахетдин Аҡмулла шағир-философ, аҡыл эйәһе һәм әҙәбиәттә үҙ эҙен ҡалдырған бөйөк шәхес.
Сара барышында бай телле, халҡын ярата белгән, тормош мәсьәләләрен күтәреп сыҡҡан М. Аҡмулланың тормош юлы ижадына туҡталдыҡ. Уҡыусылар шиғырҙарын уҡыны. Уның һәр шиғыры тәрән йөкмәткеле, бай тарихлы. Уға арналған китаптарға байҡау яһалды.
Китапханала “Шиғриәт йондоҙо” тигән китап күргәҙмәһе менән таныша алаһығыҙ.
Аҡмулла шиғриәте – ысын – ысынында кеше рухының ҙурлығын, бөйөклөгөн раҫлаусы һоҡланғыс бер мираҫ ул. Башҡорт шиғриәте күгендә Аҡмулла тигән мәшһүр исем, иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе булып, балҡып тора.