ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова – 80 йәш

Әнисә Абдулла ҡыҙы – башҡорт шағиры, тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011).
Әнисә Абдулла ҡыҙы 1941 йылда Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. 1966 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, башҡорт бүлеген тамамлай. Ике йыл уҡытыусы булып эшләй. 1968 йылдан журналистикаға күсә. Әнисә Таһирова тиҫтәләгән сонет һәм элегиялар авторы. Уның шиғырҙарында Тыуған илгә, тыуған төйәккә, йәшәйештең илаһи көсөнә, мөхәббәткә булған изге хистәре сағыла.

“Киске шәфәҡ йыры” китабында Тыуған илде һаҡлау, замандаштары яҙмышы, тылдағы әсәйҙәр ҡаһарманлығы иң төп урынды биләй.

Ҡыштар кеүек һалҡын булма, тимә                              
Ҡыштар кеүек һалҡын булма, тимә,
Була шундай йылы бурандар
Мамыҡ өйөрмәләр,
Әйтерһең лә,
Елдә тирбәлешкән ҡылғандар.

Зәңгәр яҙҙарымды күрмәй үттең,
Йәшел йәйҙәремә һуңланың.
Эҙләнеңме бары йырҙарымдан
Алтын көҙҙәремдең нурҙарын.

Бөгөн менә ҡырпаҡ ҡарҙар яуа,
Тик ҡурҡма һин яҡты эҙҙәрҙән.
Ул йәшәрә бары көҙ ялҡынын
Көнсөлдәрҙән, яман күҙҙәрҙән.

Алтын урмандағы япраҡ еҫе,
Сихри төҫтәр – барыһы һинеке.
Бар үтҡәндәр үткәндәрҙә ҡалһын,
Әммә бөгөнгө көн беҙҙеке!

Ҡыштар килгәндә лә, һалҡын, тимә,
Сергә тулы ҡыштың ҡосағы.
Яҙҙар наҙы – зәңгәр томан ғына,
Йәнгә дауа – ҡыштың усағы.
(1999)

Рәхмәт, Ерем!
Бүләк иттең миңә
Был донъяның сағыу төҫтәрен.
Һин булғанға,
Асмандарға ашып,
Мин йәнемә нурҙар өҫтәнем.

Шәфәҡтәрең хыял-елкән булды,
Ырыҫ бирҙе урман-ҡырҙарың.
Шиғри гөл-баҡсаңда минән дә бер
Тере йәдкәр – яҡты йыр ҡалһын!
(2006)

Әнисә Таһирова – ғүмере буйы шиғриәт мөғжизәһенә инанып, шул инаныстан дәрт- илһам алып ижад итеүсе кеше. Шағирә ике тиҫтәгә яҡын китап авторы.