ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

Шағир – Рафаэль Сафин

Ерем моңо… ғүмерем буйы
тартыр Әйем буйына.
Уйылам инде, уйылам
ергенәмдең моңонан.

Күренекле шағир һәм драматург, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре – Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улының тыуыуына 90 йыл (16.02.1932-22.12.2002).
Рафаэль Сафин шиғриәте – даулы һәм сағыу биҙәкле, дауыллы ижад. Һәр әҫәре шағир күңеленең дөрләп янған ялҡынында ижад ителгән. Рафаэль Сафин шиғриәте эске моңға бай. Шағир өсөн донъя үҙе, гүйә , шау моң. Әй буйҙары, тыуған ягының урман – тау шауҙарын, йылға, шишмәләр сылтырауын, ҡоштар һайрауын, күк күкрәүҙәрен, кешеләрҙең йырҙарын – бар тәбиғәт өн-ауаздарын, кеше күңелен үҙенә һеңдерғән тәбиғи моң ул. Мөхәббәт шиғырҙары ла кешенең күңел күркен, саф тойғоларын йырларға арналған. Мөхәббәт лирикаһы һоҡландыра ла, моңландыра ла, уйландыра ла.
Атаҡлы “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғыры. Халыҡ йырынан килгән ҡыр ҡаҙҙары символикаһы үлемһеҙ хәтер һыны булып алға килә, үҫтерелә, байытыла.
Ул тормошҡа, кешеләргә, тәбиғәткә һоклана белгән шағир!.
1956 йылда “Тормош ҡушыуы” – беренсе йыйынтығы баҫылып сыға.
Артабан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә 17 китабы донъя күрә.
Ул драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Башҡортостан театрҙары сәхнәһендә уның “Йәнбикә” (1970),”Тилекәй”(1975), “Ғәзизәкәй балдыҙ”(1979) тигән драмалары уңыш яуланы.

Ауыр минуттарҙа – үҙемә (1967)
Ғәжәп түгел һис тә нур-ҡояштың
көлөп тороуҙары яҙын, йәйен.
Һөйөнөс – ул ҡышын көлөп торһа,
ҡар өҫтөнә һарғылт балаҫ йәйеп.

Ғәжәп түгел һинең йылмайыуың,
атланғанда шатлыҡ- саптарыңа.
Һин йылмайып ҡара, емерелеп
хәсрәт төшкән саҡта баштарыңа.