ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

Шағир һәм тәржемәсе ӘСХӘЛ ӘХМӘТ -ХУЖА

Шағир һәм тәржемәсе ӘХМӘТ – ХУЖА (Әхмәтҡужин) ӘСХӘЛ ӘБҮТАЛИП улының тыуыуына 80 йыл (24.06.1942-08.11.2018).
Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа Әбйәлил районы Амангилде ауылында тыуған. Амангилде ете йыллыҡ һәм Асҡар урта мәктәптәрен, шулай уҡ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын һәм Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курстарын тамамлаған. РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
“Һыбай сыҡтым” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда сыға.
Шиғри әҫәрҙәре: “Оран”, “Майҙан”,”Толпарым”, “Тыуған илкәй – Әбйәлилкәй”, “Сәм”,”Кәкүк- һандуғаслы таңдарҙа” һ.б.
Әсхәл Әхмәт – Хужа ололар өсөн дә, балалар өсөн дә яҙа. Балалар өсөн яҙылған “Отҡор керпе”, “Азамат менән ҡуян балаһы”, Ямғыр тамсыһы-Веселый дождик” һ.б.китаптары йәш уҡыусыларҙы хайуандар донъяһы менән таныштыра, тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға өйрәтә.
Уның әҫәрҙәре сыуаш, татар, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. П.Бровка, М.Ю.Лермонтов, А.С.Пушкин, Ш.Руставели, П.Тычина һ.б. шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә иткән. Әҙәби премиялар лауреаты:Ғ.Сәләм,К.Әхмәтйәнов,И.Мырҙаҡаев – Балапанов, Ф.Кәрим, Һ.Дәүләтшина.
Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән.
Ул 30-лап китап авторы.
Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғриәте үҙенең тәбиғилеге, ихласлығы, инсафлығы менән көслө.