ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

БӘХЕТ ЭРГӘҺЕНДӘ

Билдәле шағирә һәм журналист, арҙаҡлы дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың матур юбилейы.
Йомабикә Ильясова 1957 йылдың 1 ноябрендә Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында тыуа. Өфөләге 1-се һанлы мәктәп – интернатты тамамлай. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының бишенсе курсында уҡығанда уҡ “Башҡортостан пионеры” гәзитенә эшкә саҡыралар. Бөтә ғүмерен матбуғатҡа бағышлай. Ул дүрт йыл “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире була, хеҙмәт юлын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаһында тамамлай.
Шағирә, туғыҙ китап авторы.
Әҙибә күңел түрендә йөрөткән иң ҡәҙерле хистәрен, уйҙар сәңгелдәгендә бәүетеп, йөрәк яраларына сихәт бирерлек шиғриәткә әйләндерә. Улай ғына ла түгел, тәү ҡарашҡа үтә нескә, үтә юғары булып күренгән шиғырҙар илаһи ҙур көскә эйә: уҡыусының тормошонда таяныс булырҙай ҡөҙрәт бар уларҙа.