ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

ТӘСКИРӘ ДАЯНОВА

Тәскирә Байрам ҡыҙы Даянова Асҡын районының Королев ауылында тыуған. Ата – әсәһе үҙҙәренең тыуған яҡтарына – Мәсетле районы Һөләймән ауылына күсеп ҡайтҡанлыҡтан, башта Һөләймән башланғыс, артабан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә белем ала. 1973 йылда Өфөнөң 1-се педагогия училищеһын уңышлы тамамлай.
1971 йылдан алып 2003 йылға тиклем Мәсетле районының Йонос урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусыһы, тәрбиәсе булып эшләй.
1994 йылда “Аҡһаҡ ҡарға бүләге” тигән тәүге әкиәт китабы баҫылып сыға. Балалар өсөн пьесалар “Ҡанбаба” (2002) тигән китабында донъя күрә.
“Ышан, урман!” (2007) китабында повестар, хикәйәләр һәм новеллалар тупланған. Уларҙа балалар тормошонда наркомания, социаль тигеҙһеҙлек, йәмғиәттә үҙ урыныңды табыу кеүек киҫкен мәсьәләләр күтәрелә. Был әҫәрҙәр йәш уҡыусылар өсөн генә түгел, ололар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы һәм актуаль.
2009 йылда Тәскирә Даянованың ололар өсөн “Һуңғы шырпы” тигән китабы донъя күрҙе. Китапҡа ингән повесть һәм хикәйәләрҙә ҡатын – ҡыҙ яҙмыштары күрһәтелә.
2018 йылда “Ағинәй юлы” исемле яңы китабы нәшер ителә. Баҫмаға хикәйәттәр, әкиәттәр, хикәйәләр һәм үҫмерҙәр өсөн повестар ингән.
2003 йылда “Артыҡбикә” пьесаһы Милли йәштәр театрында ҡуйыла.
Тәскирә Даянова – Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (1989), Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе (2014).