ӘНҒӘМ АТНАБАЕВ
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ ӘНҒӘМ АТНАБАЕВтың тыуыуына 95 йыл (1928 – 1999)
Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуа. Урта мәктәптә уҡый, бер нисә йыл уҡытыусы була. 1951 йылда Өфөгә килә, гәзит – журналдар редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр, үҙ хәбәрсе, тәржемәсе, яуаплы секретарь, мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Әҙәби ижад менән дә ныҡлап шөғөлләнә башлай: бер – бер артлы шиғырҙары, поэмалары баҫылып сыға.
Ул үҙенең шиғри әҫәрҙәрендә замандың сетерекле һорауҙарына ҡыйыу яуаптар эҙләгән. Әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары өсөн 1997 йылда Ә. Атнабаевҡа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән исем бирелде. Ул – республика комсомолының Ғ. Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
“Ул ҡайтты”, “Йәйҙең һуңғы көнө”, “Әсә хөкөмө”, “Законлы никах менән”, “Шоңҡар”, “Игеҙәктәр”, “Мөхәббәт тураһында йыр”, “Балаҡайҙарым”, “Ут”, “Хушығыҙ, хыялдарым!”, “Юлдар өҙөлгән ваҡыт ” – Әнғәм Атнабаев ижад иткән күренекле драма әҫәрҙәре. Ул шулай уҡ “Я – Башкирия” һәм “На земле Салавата” тигән тулы метражлы документаль фильмдарҙың сценарийҙарын да яҙған.
Китапхананың уҡыу залында шағиргә бағышланған китап күргәҙмәһе ойошторолды. Унда һеҙ уның тормош юлы һәм ижады менөн таныша алаһығыҙ.