ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

КИТАП КҮРГӘҘМӘҺЕ “ЭҢЕРҘӘРҘӘ ШӘМ БАЛҠЫНЫ”

Күренекле шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Муса Гәрәев исемендәге республика һәм “Тәбиғәт йәне” (“Душа природы”) Бөтә Рәсәй әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова 1948 йылдың 24 июнендә Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуа. Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт биографияһын “Йондоҙ” район гәзитендә башлай, артабан “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдары редакцияларында эшләй.
Үҙенең шиғыр китаптарында тормош, мөхәббәткә ҡарашы, тыуған ергә һөйөү, ватансыллыҡ тойғоһона дан йырлай.
“Йыртҡыс ҡаны”, “Ҡатындар” трилогияһы менән үҙен талантлы прозаик итеп тә танытты.
Китапхананың уҡыу залында яҙыусыға бағышланған “Эңерҙәрҙә шәм балҡыны” тигән китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда һеҙ уның тормош юлы һәм ижады менән таныша алаһығыҙ.