ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

Ҡашҡа урта мәктәбендә “Туған телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз” проекты буйынса башҡорт телен өйрәнеү үҙәге асылыуға арналған сараның беренсе өлөшө белем усағында уҙһа, икенсеһе ауыл мәҙәниәт йортонда үтте.
Капиталь ремонттан һуң балҡып торған мәҙәниәт йортонда килгән ҡунаҡтарҙы фойела Азат Әбүбәкеров етәкселегендәге “Дуҫлыҡ” ансамбле йыр-моң, бейеү менән ҡаршы алды. Артабан бирелә урынлашҡан музей һәм моделле китапхана эше менән таныштылар.
Сара уҡыусылар, уҡытыусылар коллективы, уҙешмәкәр артистарҙың рухлы, йыр-моңға бай концерты менән дауам итте.