ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

Талхина Динә Азат ҡыҙы

Талхина Динә Азат ҡыҙының тыуыуына 70 йыл.

Талхина Динә Азат ҡыҙы (27 июль 1952 йыл — 27 февраль 2007 йыл) — башҡорт шағиры, 1992 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003).

Динә Азат ҡыҙы Талхина (Хафизова) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуған. Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта урта белем ала.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1974 йылдан башлап Учалы районындағы Миндәк урта мәктәбендә инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәре буйынса уҡытыусы булып эшләй.

1977 йылда райондың «Серп и молот» («Ураҡ һәм сүкеш») гәзитенең бүлек мөдире була. 1981—2005 йылдарҙа Китап нәшриәтенең мөхәррире һәм бүлек мөдире.

Динә Талхина ижад юлына 80-се йылдарҙа аяҡ баҫа. Проза һәм поэзия жанрҙарында берҙәй уңышлы эшләй, тәүге китаптарын кескәйҙәргә арнай.

1989 йылда «Тылсымлы күлдәктәр» тигән беренсе китабы донъя күрә. 1997 йылда — «Йөрәгемдә йырҙар йөрөтәм», 2001 йылда — «Йөрәгем — юнысҡы» һ.б. шиғри йыйынтыҡтар сығара.

Ә «Бармаҡтарым арыны» (1992), «Күңелле әлифба» («Веселая азбука»; 1993), «Әйтергә өйрәнәбеҙ» (2007) исемле китаптары балалар өсөн яҙылған. Уның шиғриәтендә ҙур урынды мөхәббәт һәм фәлсәфәүи шиғырҙар алып тора.

Уның һүҙҙәренә композиторҙар Рафиҡ Сәлмәнов, Салауат Низаметдинов, Руза Сәхәүетдинова һ.б. йырҙар яҙған. Шағирәнең әҫәрҙәре әзербайжан, рус, татар телдәренә тәржемә ителгән.