ҠАШҠА МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының «биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы китапхана системаһы
logo
КАШКИНСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА муниципального бюджетного учреждения культуры «межпоселенческая централизованная библиотечная система»
муниципального района Аскинский район Республики Башкортостан

Китап күргәҙмәһе “Куңелемдә – ил тойғоһо”

Рәшит Шәкүр – арҙаҡлы шағир, прозаик, публицист һәм ғалим-энциклопедист.

Китапхананың уҡыу залында уның ижадына арналған  “Куңелендә – ил тойғоһо” китап күргәҙмәһе йошторолдо.

Рәшит Шәкүрҙең «Һайланма әҫәрҙәр”енең 1 томына шиғырҙары, йырҙары, шиғри хикәйәттәре, ҡиссалары, поэмалары, шағирҙың ижады хаҡында ҡәләмдәштәренең мәҡәләләренән өҙөктәр һәм уға арналған шиғырҙар индерелгән.

«Һайланма әҫәрҙәр»енең 2-се томына әҙәбиәт, сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре тураһындағы ижади портреттары, үҙ ваҡытында гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан интервьюлары индерелгән.

Кесе һәм урта йәштәге мәктәп уҡыусыларына  шиғырҙар һәм хикәйәттәрҙән торған “Малин- ҡала» китабы ла бар. Китап уҡыусы «Скрипка моңо» исемле яңы поэмаһы менән дә таныша ала.

Алһыу уйҙар

Һаумыһығыҙ, алһыу алыҫлыҡтар,

Алһыу донъя, алһыу хыялдар,

Уйҙарымдың алһыу йондоҙҙары –

Беҙҙәрҙән һуң тыуыр туғандар!

Һаумы, һаумы, иртәгәге көнөм,

Алһыуланып атыр таңдарым.

Күңелемдең алһыу хозурлығы –

Далаларым минең, тауҙарым!

Һаумы, ерҙә алһыу хыялдарға,

Алһыу уйға, хискә тоғролоҡ!

Тоғролоҡҡа тоғро булып ҡалыу

Батырлыҡҡа йәнәш торорлоҡ.

(1970, 1981)